14 декабрь, башҡорт теле көнө!

Башҡорт телен үҫтереүгә арналған проекттарҙы презентациялау үтеп тә китте!

Бөгөн, 14 декабрь, Республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың указына ярашлы Башҡорт теле көнө үткәрелде. Ошо матур байрам айҡанлы Арт-квадраттың «ЛОФТ» ивент-холында башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проектар презентацияһы үтте.

Презентацияла бер нисә яңы проекттар күрһәтелде. «Башҡортсофт» онлайн тәржемәсеһе (https://bashkortsoft.ru/) көндән-көн модернизациялана, шул яңылыҡтар тураһында техник фәндәр кандидаты Хөсәйенов Айҙар Фаил улы һөйләп үтте.
Икенсе проект — Glosbe (https://glosbe.com/) — универсаль күп телле кроссплатформа онлайн-һүҙлек һәм тәржемәсе. «Башҡорт теле Glosbe һүҙлегендә» проектының үҙенсәлектәре менән йәмғиәтсе, Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының документтарҙы цифрлау бүлеге мөдире Искәндәр Алик улы Шәкиров таныштырҙы. Артабан Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге баш белгесе Гөлфирә Рәис ҡыҙы Миңлеәхмәтова “Интерактив башҡорт теле – 2” веб-ресурсы, унда тупланған онлайн дәрестәр, интерактив күнегеүҙәр менән таныштырып, улар менән эшләү үҙенсәлеге хаҡында һөйләп үтте. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. «Башҡорт булып уйнау» — киләһе үҙенсәлекле проектты Мәскәү ҡалаһында йәшәгән милләттәшебеҙ Күсәрбаева Әлфиә Самат ҡыҙы тормошҡа ашыра. Был проект башҡорт мәҙәниәтенә, көнкүрешенә бәйләп эшләнгән өҫтәл уйыны. Балалар өсөн дә, ололар өсөн дә, башҡорт булғандар һәм башҡорт булмағандар өсөн дә шәп уйын, тип иҫбатлай автор.

🌐 Сараны үҙенең матур сығыштары менән йырсы Сабина Кучаева, Гәлсәр Байғусҡарова, ҡурайсы Юлай Ҡасимов һәм скрипачка Резана Вәлиева йәмләне. Ә сара сиктәрендә бүләкләнгән «Минең әкиәт» конкурсы еңеүселәренең исемлеген иртәгә беҙҙең сәхифәлә көтөгөҙ.

Сараны ойоштороусылар Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто.

Фотолар: https://vk.com/album-182678571_282331850

#БашФонд#Башкортостан#БашҡортТелеКөнө