ФТАНМА: БЕЗ БАШҠОРТЛАР

УФТАНМА: БЕЗ БАШҠОРТЛАР!

Дуҫтар! Ҙур кинәнес менән «УФТАНМА» башҡорт ижадханаһының дүртенсе сараһы — башҡорт теленең төрлө диалектарында башҡарыусы рок-музыканттар осрашыуына саҡырабыҙ!
Сараның хедлайнеры — «Хаят-Исмәғил» төркөмө.

Республикала булған пандемия сикләүҙәре арҡаһында, тамашасылар һаны сикле.
Теләүселәрҙе алдан теркәлеү үтергә һорайбыҙ: https://forms.gle/C9ZSVSTbEitdqXXUA

📍 Сара 7 декабрь 19:00 сәғәттә Ленин урамы, 62-се йорт адресы буйынса урынлашҡан «Премьера» кафеһында үтәсәк.
Үҙегеҙ менән маска, прививка сертификаты йә COVID-19 менән аҙаҡҡы ярты йылда ауырыным тигән справка алығыҙ!

#БашФонд#Башкортостан#Уфтанма