Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн яңы мөмкинлек

Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн яңы мөмкинлек

“Мифтахетдин Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университеты” тарафынан “Башҡорт телен өйрәнеү буйынса халыҡ-ара дистанцион система”ның өсөнсө кимәле эшләнә.

https://region.bspu.ru һылтанмаһы буйынса үтеп, һәр кем үҙенең телде белеү кимәлен тикшерә һәм белемдәрен камиллаштыра ала. Портал ҡулланыусы өсөн уңайлы форматта эшләнгән. Күнегеүҙәр төрлөлөгө, уларҙың һәр кимәл өсөн яраҡлаштырылған булыуы телде еңел генә итеп өйрәнеүгә булышлыҡ итә.

Сайтта медиаматериалдар, башҡорт-рус һүҙлеге, интерактив карта менән танышырға була. “Башҡортостанды беләһеңме?” тесын үтеп, республикабыҙ тураһындағы белемдәрегеҙҙе лә тикшереп ҡарарға мөмкинлек бар.

#БашФонд#Башкортостан