«УФТАНМА» башҡорт ижадханаһы Шиғриәт кисәһе үткәрҙе
Кисә, 20 октябрь, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры базаһында «УФТАНМА» башҡорт ижадханаһы Шиғриәт кисәһе үткәрҙе. Сарала үҙҙәре ижад иткән шиғырҙар менән Айгөл Йәмилева-Ғәбитова, Нәркәс Ҡәйепҡолова, Динә Солтанова, Әнүзә Ғиззәтуллина, Нурзилә Усманова, Руфина Лоҡманова, Айбулат Сәсәнбаев, Розалия Ибраһимова, Динара Кәримова, Нурия Ғилмуллина сығыш яһанылар.
Шағирҙар менән әңгәмә тоторға кисәгә Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, «Аҡбуҙат» республика балалар журналының баш мөхәррире, журналист, шағирә Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәнис Рәйес улы Алтынбаев, Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар Союзы етәксеһе, прозаик, тәржемәсе, публицист, драматург Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева килделәр.
Шиғриәт кисәһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналды.