Республика көнө менән!

Башҡортостан халҡы, Республика көнө менән!

Википедия еткереүенсә, 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. 1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай. Бына инде 31 йыл дауамында беҙ Республика исемен ғорур йөрөтәбеҙ!
Был көн һәр башҡорттоң оло байрамы!

Дуҫтар, барығыҙҙы ла Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлайбыҙ! Күктәребеҙ аяҙ, тыуған илебеҙ тыныс булһын!

#БашФонд#Башкортостан