«Башҡорт теле. Яңы ҡараш»

Һөйөнсө, яңы уҡыу ҡулланмаһы!

«Башҡорт теле. Яңы ҡараш» уҡыу ҡулланмаһы башҡорт телен башлап өйрәнеүселәргә тәғәйенләнгән. Ул башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, телебеҙҙең йәмғиәтебеҙҙә ҡулланыу даирәһен киңәйтеү маҡсатында яҙылҙан. Авторҙар уҡыу ҡулланмаһын, коммуникатив, лингвокультурик һәм педагогик хеҙмәттәшлек принциптарына таянып, телдәрҙе өйрәнеүҙең заманса сараларын киң файҙаланыуҙы күҙ уңында тотоп төҙөргә ынтылғандар. Уҡыу өулланмаһы башҡорт телен уҡытыусы етәкселегендә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота.

Авторҙары: Сафина Л.Х., Латыпова Р.М., Санъяров Ф.Б.
Яуаплы редактор: Сынтимер Биктимер улы Баязитов, педагогия фәндәре кандидаты, доцент.

Башҡортостан Республикаһының Башлығының 2019 йылдың 14 декабрендә уҙғарылған Башҡортостан Республикаһы муниципаль район һәм ҡала округтарының башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре менән осрашыу йомғаҡтары нигеҙендәге йөкләмәләрен үтәү буйынса баҫылған уҡыу ҡулланмаһы.

#БашФонд#Башкортостан