«UFTANMA» проекты

 UFTANMA үҙенең ишектәрен аса

«UFTANMA» проекты — шиғриәтте, төрлө музыка һәм бейеү йүнәлештәрен, стендап, әңгәмә, вайн жанрын популярлаштырыуҙы маҡсат итеп алған башҡорт ижадханаһы.

Ижадхананың ябыҡ премьераһы 1 октябрь 19:00 сәғәттә Ленин урамы, 62-се йорт адресы буйынса урынлашҡан «Премьера» кафеһында үтәсәк. Ойоштороусылар еткереүенсә, проект сиктәрендә төрлө йүнәлеш буйынса саралар үткәреү һәр ике аҙна һайын планлаштырылған.

Беренсе кисәгә инеү саҡырыу билеттары буйынса булһа, киләһе сараларға инеү иркен форматта ҡаралған.

Проект сиктәрендә сығыш яһарға йә кисә ойошторорға теләгәндәрҙе беҙҙең менән бәйләнешкә сығырға һорайбыҙ:
https://vk.com/bash_fond
https://vk.com/nmtufa
https://vk.com/amz_rb

Ойоштороусылар: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры, Башҡортостан Республикаһының Йәш яҡташтар берлеге.

#БашФонд#Башкортостан#Уфтанма