День национального костюма народов Республики Башкортостан

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы халыҡтары милли кейеме көнө үтә

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.

(с) Т. Бураҡаева

 Үҙ сиратыбыҙҙа барығыҙҙы ла ошо матур байрам менән ҡотлайбыҙ! Тамырҙарығыҙҙы онотмағыҙ!

#БашФонд#Башкортостан