ВИКИМӘКТӘП: Яңы уҡыу йылын яңы форматта башлайбыҙ!

ВИКИМӘКТӘП: Яңы уҡыу йылын яңы форматта башлайбыҙ!

Заман менән бер ҡатар атларға теләйһегеҙме? Яңы уҡыу йылында Онлайн ВикиМәктәптә белем биреүҙең яңы форматы индерелә. Эйе-эйе, былтырғы, дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр киске ваҡытта үткән уҡыу йылы йомғаҡтарын анализлап һәм уның бар теләүселәр өсөн дә уңайлы булмауын асыҡлап, эш алымын үҙгәртергә булдыҡ. Проблеманы хәл итеү маҡсатында “Викимедиа РУ” коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ белгестәре махсус онлайн-курс эшләне, унда теорияны үҙ аллы өйрәнергә һәм алған белемегеҙҙе тест ярҙамында тикшереп ҡарарға була. Хәҙер теләгән һәр кем үҙе теләгән ваҡытта курс үтә һәм дәрес ваҡытын үҙе һайлай ала. Шул уҡ ваҡытта Онлайн ВикиМәктәп уҡытыусылары шәхсән һәм төркөмдәр өсөн консультациялар үткәрәсәк, тыңлаусыларҙы курс һуңына һәм сертификат алғанға тиклем оҙатып барасаҡ. Бының өсөн нимә кәрәк? Тәү сиратта – теләк, артабан инде бары тик тулы курсты үҙләштереп барлыҡ тест һорауҙарына дөрөҫ яуап бирергә генә.
Белем алырға бер ваҡытта ла һуң түгел. Бигерәк тә, яңы белем һинең, эйе, эйе, тап ҺИНЕҢ туған телеңә донъяның башҡа телдәре менән бер рәттә торорға ярҙам иткәндә.

Яңы форматта белем биргән Онлайн ВикиМәктәптең уҡыу класына рәхим итегеҙ һәм яңы белем артынан алға!

🌐 Һылтанмалар:

1) Онлайн ВикиМәктәп уҡыусыһы булып теркәлеү (уҡытыусылар менән аралашыу, Zoom конференцияһына инеү өсөн һылтанма алыу, мәктәп курсын тамамлаусы сертификатын алыу өсөн теркәлергә кәрәк) — https://forms.gle/Tp6ibQq4Ks3N1hrW8

2) Онлайн ВикиМәктәп сайты — https://w.wiki/jxU

3) Расписание: консультациялар, оҫталыҡ дәрестәре теҙмәһе — https://w.wiki/mn9

4) stepik.org сайтында «Введение в Википедию» онлайн-курсы. Онлайн ВикиМәктәптең «Википедия: ҡыҫҡаса танышыу курсы» программаһы менән тап килә. — https://stepik.org/course/100094/info

5) stepik.org сайтында Онлайн ВикиМәктәп класс журналы. Онлайн ВикиМәктәп уҡыусыларның онлайн-курсты өйрәнеүҙәрен күҙәтеп барыусы класс журналына фамилияғыҙҙы теркәгеҙ. Онлайн мәктәптең дә сертификатын алыу мөмкинле булыр. -https://stepik.org/join-class/bdc40d0b1a4de1753012216b3376139..

7) Онлайн ВикиМәктәптең Ютуб-каналы — https://www.youtube.com/channel/UCCDxGfA1KjJo-XYQroe1..

8) Башҡорт Википедияһы сайты — https://w.wiki/jY$

9 ) Вконтакте сайтында — Онлайн Викимәктәп төркөмө — https://vk.com/club66803702

10) Вконтакте сайтында «Вики-ҡоролтай» чаты — https://vk.com/im?sel=c173

#БашФонд#Башкортостан