Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор

Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Рәсәй Федерацияһы Геройы, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.

Башҡорт халҡының рухлы улының исемен мәңгеләшереү маҡсатында бихисап эштәр эшләнелгән:

 Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 30 мартындағы Указы менән «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн» Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» тигән юғары исем бирелде.

 2019 йылдың 19 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарары менән Башҡортостандың Шайморатов ордены булдырылды һәм уның статуты раҫланды.

 2019 йылдың 28 июнендә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Өфөлә Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.

📎 2018 йылдың майында Еңеү көнө алдынан Башҡортостан музейҙарында легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтелде.

📎 2015 йылдың 11 сентябрендә Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һәм уның командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған Хәрби Дан мемориалы асылды.

📎 2012 йылдың 21 ноябрендә Рәсәй Президентының 1561-се Указы менән Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең 27-се Махсус тәғәйенләнеш отрядына М. М. Шайморатов исеме бирелде.

📎 Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Өфөләге күп профилле полилингваль 44-се, 162-се «Смарт» мәктәптәрендә һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Миңлеғәли Шайморатов исемендәге кластар булдырылған. Уларҙа Геройға бағышланған кабинет-музейҙар йыһазландырылған. Уҡыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшеүселәргә «Йәш шайморатовсы» билдәһе тапшырыла.

ИСТОРИЧЕСКАЯ СРЕДА: Судьба командира 112-й Башкирской кавалерийской дивизии М.М. Шаймуратова.

 Ссылка на видеоролик: https://www.youtube.com/watch?v=jqrkeLGcfQk

#БашФонд#Башкортостан#ШайморатовГенерал#ПотомкиСалавата