Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Рәсәй Федерацияһы региондары вәкилдәре менән осрашыуҙа булды

Кисә, 11 август, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында « Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә туған башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса көнүҙәк мәсьәләләр» темаһына арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Ултырыш дауамында Фонд белгесе Фәнзилә Ғәзизова ойошманың эшмәкәрлеге, проекттары һәм киләсәккә пландары менән бүлешеп уҙҙы.

Сарала Ҡоролтай Президиумы һәм Башҡарма комитеты, Республика Ата-әсәләр комиссияһы, БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды вәкилдәре менән бер рәттән, Рәсәй төбәктәренән килгән ата-әсәләр һәм белгестәр ҡатнашты. Ҡунаҡтар Мәскәү ҡалаһы, Ханты-Манси автономиялы округы, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Татарстан Республикаһынан. Сара оффлайн һәм онлайн форматтарҙа үтте.

#БашФонд#Башкортостан#Всемирныйкурултайбашкир