Беренсе + төбәк-ара балалар проекты

2 июнь Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында «Беренсе + төбәк-ара балалар проекты” үҙ эшен башланы. Рәсәйҙең 9 төбәгенән 180 ашыу уҡыусы аҙна дауамында ял итәсәк, туған телдә аралашасаҡ, төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа үҙ көсөн һынаясаҡ, экскурсияларға сығасаҡ.
Республика башлығының туған телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына уҙған “Беренсе + төбәк-ара балалар проекты”ның төп маҡсаты мәҙәниәткә, телгә, халҡыбыҙ тарихына һөйөү тәрбиәләү.

Был сара сиктәрендә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан булдырылған проектар буйынса мастер-кластар үтәсәк. Бөгөн Фонд хеҙмәткәрҙәре ҡатнашыусыларҙы башҡорт телен өйрәнеү өсөн булдырылған мобиль ҡушымталар менән таныштырҙылар. Шулай уҡ, балалар үҙҙәре күрергә теләгән ҡушымталар буйынса тәҡдимдәрен индерҙеләр.

#БашФонд#БашҡортТеле#Өфө