Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Бөгөн, 1 июнь, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә И. Яҡутов паркында VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналған Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрендә «Һаумы, hаумы, әкиәт!» регион-ара конкурсының ябылыу тантанаһы үтте.

Сарала Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды махсус бүләктәрен Азалия Нурфәизова, Рәйлә Ишәрина, Самир Латыпов, Ғәлиә Лоҡманова, Иҙел Юлғотлин, Сабина Ғибәҙуллина, Усман Теләүғолов, Булат Хәлитов һәм Зинира Ильясоваға тапшырҙы.

Бүләкләү тантанаһынан тыш, Фонд хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы уйындар һәм ярыштар үткәрҙе. Ҡатнашҡан һәр бала кескәй генә бүләк алып ҡыуанды.

#БашФонд#БашҡортТеле#Өфө