Киң мәғлүмәт саралары, социаль селтәрҙәр өсөн конкурс

🌿 Киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм хәҙергеһен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү өсөн конкурстың бишенсе ай еңеүселәре:

1. Халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы ҡурай хаҡында «САПТАР» видеомонологтары проекты авторы Ҡасимов Юлай Ринат улы;
2. БСТ каналында көн дә эфирға сығыусы “Бәхетнамә” проекты, уның авторы Яҡупова Гөлназ Мозафар ҡыҙы;
3. Инстаграм сайтында “БашКовер” сәхифәһе авторы Хәфизова Гөлназ Хәлитовна;
4. Бәйләнештә селтәрендә “Хикәйәләр” төркөмө авторы Шәрипова Дилбәр Ҡадыровна;
5. Бәйләнештә селтәрендә “Илһамиәт” проекты авторы Арсланбәкова Айгөл Рәжәповна.

Тәбрикләйбеҙ!

🌐 Конкурс Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресс) менән берлектә башҡорт телен, мәҙәниәтен, башҡорт халҡының тарихын, замансалығын масс-медиа һәм социаль селтәрҙәрҙә популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

#БашФонд#БашҡортТеле#Башкортостан