Киң мәғлүмәт саралары, социаль селтәрҙәр өсөн конкурс

Киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм хәҙергеһен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү өсөн конкурстың бишенсе ай еңеүселәре:
1. Халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы ҡурай хаҡында «САПТАР» видеомонологтары проекты авторы Ҡасимов Юлай Ринат улы;
2. БСТ каналында көн дә эфирға сығыусы “Бәхетнамә” проекты, уның авторы Яҡупова Гөлназ Мозафар ҡыҙы;
3. Инстаграм сайтында “БашКовер” сәхифәһе авторы Хәфизова Гөлназ Хәлитовна;
4. Бәйләнештә селтәрендә “Хикәйәләр” төркөмө авторы Шәрипова Дилбәр Ҡадыровна;
5. Бәйләнештә селтәрендә “Илһамиәт” проекты авторы Арсланбәкова Айгөл Рәжәповна.
Тәбрикләйбеҙ!
Конкурс Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресс) менән берлектә башҡорт телен, мәҙәниәтен, башҡорт халҡының тарихын, замансалығын масс-медиа һәм социаль селтәрҙәрҙә популярлаштырыуға йүнәлтелгән.